Радий Хәбировтың ошо турала указы сыҡты. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Указға ярашлы, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән балаларға һәм уларҙың остаздарына 300 мең, призерҙарға һәм уларҙың уҡытыусыларына 150 мең һум түләнә.







