3 октябрҙән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә авиарейс асыла. Баш ҡаланан осоштар аҙнаһына 5 тапҡыр башҡарыла. Маршрутҡа 174 пассажирға иҫәпләнгән Airbus A320 самолеты йәлеп ителә. Шаржаға 4 сәғәт 45 минут эсендә барып етергә мөмкин. Самолеттар Өфөнән төнгө икенсе яртыла юлға сыға, тип хәбәр итәләр баш ҡала аэропортынан.







