Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәреш индерҙе. Законға ярашлы, мәктәп, дауахана, поезд, парк, йәмәғәт транспорты туҡталышында ябай йәки электрон тәмәке, вейп һәм кальян тартҡан өсөн 1 мең һумғаса штраф һалына. Документ парламенттың бөгөнгө пленар ултырышында ҡаралды.







