Башҡортостанда ирекле янғын һүндереүселәр араһында ярыш үтте

Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында уҙғарылған бәйгелә республика район-ҡалаларынан 50-гә яҡын команда көс һынашты. Утҡа ҡаршы көрәшеүселәр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова аралашты.

Сигнал бирелгәс тә, ҡотҡарыусы алға атыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар алдында обмундирование, һыу үткәргесте тоташтырып, бейеклектәге тупты бәреп төшөрөү бурысы тора. Ысынбарлыҡтағы ғәҙәттән тыш хәлдәге кеүек үк, конкурста ла бөтә эште етеҙ башҡарыу мөһим. Ҡотҡарыусылар йыйнаҡ булырға тейеш, сөнки уларҙың төп бурысы -

Ярышта ирекле янғын һүндереүселәр ҡатнаша. Йәғни был уларҙың һөнәре түгел. Берәүҙәр медицина һәм ҡотҡарыу эшен берләштерһә, икенселәр бер нисә профессияны үҙләштергән.

Ирекле бригадаларҙа ғәҙәттә, ике кеше. Рәдис Камилйәнов тормошта ла, эштә лә бер туған ҡустыһы менән бер командала.

Ярыш көс һынашыу ғына түгел, күнекмәләрҙе камиллаштырыу сараһы да булып тора. Бәлә һорап килмәй, ә ут хаталарҙы кисермәй. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә әҙер булырға тейеш.

Ирекле янғын һүндереүселәр профессиональ ҡотҡарыусылар өсөн ҙур ярҙам булып тора. Ғәҙәттә, янғын урынына улар тиҙерәк барып етә. Ирекмәнме, юҡмы, иң мөһиме - улар батыр йөрәкле, үҙ һөнәрен яратҡан, психологик һәм физик әҙерлекле белгестәр.

Ярышта балалар ҙа ҡатнашты. Улар өсөн айырым ҡаршылыҡтар трассаһы әҙерләнгәйне. Ә өлкән дисциплиналарҙа Ҡыйғы һәм Әбйәлил командалары иң көслөләр тип танылды. Һуңғыларына янғын һүндереү машинаһы бүләк ителде.

Рәзилә Ғилметдинова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ