Киләһе йыл Башҡортостанда әүҙем йәмәғәт эше алып барған, ирекмәнлек менән шөғөлләнгән юғары уҡыу йорто студенттарына исемле стипендия тапшырыла башлай. Республика башлығы Радий Хәбиров йәштәрҙе дәртләндереү сараһы булдырыу тәҡдимен хуплап, төбәктең мәғариф һәм фән министрлығына тейешле саралар күрергә ҡушты.
Төбәк етәксеһе студенттар үҙидаралығы һәм профсоюз органдары лидерҙары менән осрашыуҙа юғары белем биреү һәм фәнде үҫтереү буйынса алып барылған эштәр менән дә таныштырҙы. Йыл башында Халыҡ-ара студенттар кампусының IQ-паркы асылһа, быйыл декабрҙә Геном үҙәге һәм «Мәктәп21» сафҡа индереләсәк, шулай уҡ биләмәлә 120 мең квадрат метр майҙаны булған тағы ла ете башня төҙөлөшө планлаштырылған. Унда студенттарға йәшәү өсөн 4 мең ярым урын булдырыла. Ғөмүмән, республика вуздары ятаҡтарын капиталь төҙөкләндереү мәсьәләһенә лә иғтибар артасаҡ, - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров студенттарҙы борсоған тиҫтәнән ашыу һорауға яуап бирҙе. Йәштәр беренсе курсҡа килгән студенттарға остазлыҡ эшен алып барыу мәсьәләһен күтәрҙе, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү системаһы, хеҙмәт урындары менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа булды. Сара аҙағында Радий Хәбиров изге эштәр менән булған әүҙем егет-ҡыҙҙарға «Башҡортостан ирекмәне» иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Ошондай осрашыуҙарҙы йылына ике тапҡыр Шишмә районындағы «Патриот» паркында уҙғарырға килешелде. Йәйгеһен тәбиғәттә лагерь ҙа ойошторола



