Башҡортостанда 2023 йыл өсөн һалым белдереүҙәрен таратыу башланды

Һалым буйынса бурыстарығыҙ йыйылмаһын. Башҡортостанда 2023 йыл өсөн һалым белдереүҙәрен таратыу башланды. Хаттарҙы төбәктә йәшәүсе 1 миллион 800 меңдән ашыу кеше аласаҡ. Республика халҡына бөтәһе ете миллиард һумға яҡын бурыс түләргә тура киләсәк, уларҙың яртыһы - транспорт, ҡалған өлөшө - ер һәм мөлкәт һалымы. Әгәр һалым белдереүендә сағылған һалымдарҙың дөйөм суммаһы 300 һумдан кәм булһа, был кешеләргә хат ебәрелмәй. Йүнәлтелгән белдереүҙәрҙә күрһәтелгән сумманы 2024 йылдың 2 декабренән дә һуңға ҡалмайынса түләргә кәрәк.

Башҡортостанда 2023 йыл өсөн һалым белдереүҙәрен күпләп таратыу башланды. Бер миллион 200 меңдән ашыу кеше бурыстары тураһында мәғлүмәтте физик шәхестәр өсөн шәхси кабинет һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша электрон нөсхәлә алды ла инде. Ҡалған граждандарға һалым белдереүҙәре йәшәү урыны буйынса заказ хаты менән киләсәк. Шулай уҡ белдереүҙе алыу өсөн граждандар һалым органына йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итә ала.

Оксана Хәйруллина, Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының 2-се камераль контроль бүлеге етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ