Дошманға ҡаршы теүәл ут асып. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица артиллерия дивизионы махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендәге терәк пункттарын һәм хәрби-һауа көстәренең ут нөктәләрен уңышлы юҡ итә. Ҙур калибрлы орудиеларҙан көслө ут менән улар Луганск халыҡ республикаһы биләмәләрен неонацистарҙан азат итеүсе Рәсәй бронетөркөмдәре һәм пехотаһы өсөн юл аса. Был хаҡта тулыраҡ киләһе репортажда.
Бер нисә гаубица орудиеһынан башҡарылған дөйөм залптан ер һелкенә, ҡолаҡтар тона. Әммә тәжрибәле артиллеристар быға күнеккән дә кеүек. Күҙ асып йомған арала орудие яңынан ҡорола, команда буйынса ярсыҡлы-фугас снарядтар дошман сафын һәм бронетехникаһын 15 километрға тиклем алыҫлыҡтан ҡыйрата. Иҫәпләү көйләнгән механизм кеүек башҡарыла. Бында һәр кем үҙ бурысын яҡшы белә, бер йыл хеҙмәт иткән яугирҙар бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап тора.
Артиллеристар үҙҙәре лә дошманға теүәл координаталарҙы асыҡлап һөжүм итә, был һауанан объектив контроль менән дә раҫлана. «Айгир» отрядының пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары - беҙҙең подразделениеларҙың күҙе һәм ҡолағы. Тап улар дошмандың терәк һәм ут нөктәләрен асыҡлап, координаталарын «нагаевсыларға»тапшыра. ЧВК ҡушаматлы яугир өсөн был тәүге хәрби алыш, ул хатта әрме хеҙмәтендә лә булмаған. Әммә алғы һыҙыҡҡа йөрәк саҡырыуы буйынса килгән егет үҙен яу яланында иң яҡшы белгес булараҡ күрһәтте.
Башҡа подразделениеларҙағы кеүек үк, гаубица расчеты яугирҙары бер-береһен алмаштыра ала.Иптәше яраланған осраҡта егеттәр дуҫтарына ярҙамға ашыға. Әйткәндәй, күп кенә яугирҙар туғандарын ҡеүәтләп махсус хәрби операцияға килергә ҡарар иткән.
Туғандарҙан тыш, изге күңелле республика халҡының да ярҙам итеүе көс өҫтәй, ти яугирҙар. Айырыуса балаларға йылы йөкмәтлкеле хаттар өсөн рәхмәт еткерәләр. Көслө тыл булғанда, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Мөғин Нагаев кеүек, Еңеү менән ҡайтыуға ышаныстары ҙур артеллиристарҙың.
Хеҙмәт осоронда «Башҡортостан» полкының Мөғин Нагаев исемендәге гаубица артиллерия дивизионы яугирҙары хәрби бурысты уңышлы үтәгәне өсөн командование тарафынан бер нисә тапҡыр билдәләнә. Тәүлек әйләнәһенә тиерлек улар дошманға теүәл тоҫҡап атып, позицияларын һәм бронетехникаһын юҡ итә, ротацияһын өҙә. Шулай итеп, ентекле артиллерия әҙерлеге үткәндән һуң, ышаныслы аҙымдар менән Рәсәй штурмлаусыларына юл аса, уңышлы алға бара.
Гүзәл Борханова






