Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһының бала табыу йорто ваҡытлыса ябылған

Сәбәбе - йылына бер тапҡыр мотлаҡ үткәрелергә тейеш профилактик йыуыуҙа. Барлыҡ мебель, медицина ҡорамалдарын санитар эшкәртеүҙән тыш, бинала косметик ремонт та үтә. Медицина учреждениеһында барған үҙгәрештәр менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра

Өфөнөң 8-се ҡала клиник дауаханаһында һәр корпус архитектураһы менән һоҡландыра. Бында хатта колонналар ҙа бар. Биналарҙы тышҡы яҡтан төҙөкләндереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла, былтыр терапия-урология корпусы фасады яңыртылһа, быйыл сиратта бала табыу йорто. Тиҙҙән ул күләмле ремонттан һуң пациенттарҙы ҡабул итәсәк.

1956 йылғы объектта ремонт күптән талап ителгән. Медицина учреждениеһы коллективы теләге буйынса бинаның фасадын һарынан тулыһынса ал төҫкә әйләндерергә ҡарар ителгән. Подрядсы компания буяу эштәрен башҡарғанда, барлыҡ архитектура декоры һаҡлап ҡалынасаҡ. Дауахана етәкселеге билдәләүенсә, бала табыу йортонда санитар эшкәртеү ҙә ойошторолған.

Бала табыу йортон профилактик йыйыу ике аҙнаға иҫәпләнгән. Пациенттар ваҡытлыса ҡабул ителмәй, табиптар ҙа отпускыла. Коридор-палаталарҙа, эш бүлмәләрендә дезинфекция саралары үтә. Билдәле булыуынса, санитар эшкәртеү менән косметик ремонт дауахана иҫәбенә башҡарыла.

Өфөнөң 8-cе ҡала клиник дауаханаһының бала табыу йортонда косметик ремонт менән профилактик йыуыу саралары тамамланыу алдында. 23 сентябрҙән бында йөклө ҡатындар ҡабул ителә башлай. Таҙа, яҡты палаталарҙа донъяға яңы ауаз биргән сабыйҙар тауышы яңғыраясаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ