Сумма 10 мең һумдан артмаҫҡа тейеш һәм ул бер тапҡыр ғына бирелә. Был турала Рәсәй социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итәләр. Ғариза 10 көндә ҡаралып, түләү 5 көн эсендә документтарҙа күрһәтелгән банк иҫәбенә күсереләсәк. Әлег ваҡыта Әсәлек капиталы күләме беренсе балаға - 630 мең һум тәшкил итә, икенсеһе тыуғанда тағы ла 202 мең һум өҫтәлә. Капитал беренсе балаға ул бирелмәгән осраҡта, икенсе балаға 833 мең һумлыҡ түләү ҡаралған. Матди ярҙамды торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, балаларҙы уҡытыуға йүнәлтергә, 3 йәшкә тиклем балаға ай һайын түләнә торған субсидия итеп юлларға мөмкин.






