Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған

Ауылға - йәш белгестәр. Балтас районында «Ауыл табибы» программаһы буйынса дауаханала яңы хеҙмәткәрҙәр эшләй башлаған. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған Тамара Шәймөхәмәтова тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. Республика буйынса быйыл 129 медицина хеҙмәткәре «Ауыл табибы» программаһында ҡатнашҡан. Төбәктә ауыл еренә эшкә ҡайтҡан табиптарға 1 млн һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем дәртләндереү сараһы ҡаралған. Фельдшерҙәр һәм шәфҡәт туташтарына 500 мең һумдан алып 750 мең һумға тиклем аҡса түләнә.

Репсубликала йәш уҡытыусыларҙы дәртләндереү программалары ла әүҙем эшләй. Педагог һөнәренең абруйын күтәреү һәм йәш уҡытыусыларға ярҙам итеү маҡсатында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар булдырылды. Йыл һайын конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәр билдәләнә һәм йәш педагогтарға 690 мең һум күләмендә ярҙам түләнә. Балтас ауылы мәктәбенә эшкә ҡайтҡан уҡытыусылар ҙа йәш белгестәр өсөн ҡаралған конкурста ҡатнашырға әҙерләнә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ