Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә булышлыҡ итеүсе ирекмәндәргә аҡсалата ярҙам түләнә. Һәр килешеү өсөн 50 мең һум ҡаралған. Бөгөнгә 490 кеше ошондай ярҙам алған, тип хәбәр итәләр ДОСААФтың республика идаралығынан. Был акция октябрь аҙағына тиклем дауам итә. Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә бер тапҡыр 1 миллион 200 мең һум түләнә.







