Белоретта яугирҙар өсөн дрондар эшләнә

Район эшҡыуары Данис Йыһаншин махсус хәрби операцияға ебәреү өсөн квадрокоптерҙар етештерә башлаған. Йүнсел Донбасҡа даими гуманитар йөк ташый, һалдаттарға ярҙам итә. Күп тапҡыр алғы һыҙыҡта булғандан һуң хәрбиҙәргә дрондар кәрәк булыуын күргән һәм производство асырға ҡарар иткән. Эшҡыуарҙың башланғысын хуплаған ике яҡташыбыҙ Магнитогорск ҡалаһында махсус курс үткән. Улар бергәләп тәүге дронды әҙерләгән. Районда йәшәүселәр бер миллион һум самаһы аҡса йыйған. Халыҡ дронға “Бөркөт” тигән атама биргән.

Фото №1 - Белоретта яугирҙар өсөн дрондар эшләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ