Бөгөн Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында 4 урында эштәр алып барыла тип хәбәр итәләр Республика юл хужалығы идаралығынан. Быйыл республикала үтә насар юлдар программаһы буйынса 215 километрҙа эш ҡаралған. Бының өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан 5 миллиард һумға яҡын аҡса бүленгән.







