Фехтование үҙәгендә хәҙер төнгө сәғәттәрҙә лә ут балҡый. Ул тышҡы яҡтан яҡтыртыла башланы. Өфөләге спорт объекты төҙөлөшө менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Билдәле булыуынса, фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе 2021 йылда Токиолағы йәйге Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙары - рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашыуҙа белдергәйне. Буласаҡ спорт комплексын төҙөүгә старт 2022 йылдың декабрендә бирелде. Радий Хәбиров билдәләүенсә, 400 урынлыҡ объект бик матур килеп сыҡҡан. Һәм 17 октябрҙә бында тәүге ярыштар үтәсәк. Шулай итеп, фехтование үҙәге Өфөнөң юбилейына ҙур бүләк, спортсыларыбыҙға оло рәхмәт, тине Башҡортостан башлығы.



