Краснокама районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Захаровҡа «Герой партаһы» асылды

Краснокама районы Никольское ауылы мәктәбендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Андрей Захаровҡа «Герой партаһы»н асыу тантанаһы үтте.

Андрей Дмитриевич Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Калинин, өсөнсө Белорус һәм беренсе Балтик буйы фронттары составында 1-се танк корпусының хәрби хәрәкәттәрендә әүҙем ҡатнашҡан, үҙен батыр хәрби командир итеп күрһәткән. Һуғыштан һуң мәғариф өлкәһендә эшләгән. Сарала уның балалары, ейәндәре һәм бүләләре ҡатнашты. «Герой партаһы» Бөтә Рәсәй мәғариф проекты балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә Ватан тарихына, илебеҙҙең героик үткәненә һәм бөгөнгөһөнә ихтирамлы мөнәсәбәт булдырыуға йүнәлтелгән.

Атайыбыҙ мәктәп директоры ла булды. Ул беҙҙә тыуған илгә һөйөү тәрбиәләне. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа балаларыбыҙҙы партиотик рухта тәрбиәләйбеҙ. Был тәңгәлдә ошондай саралар бик мөһим.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ