Башҡортостанда күп балалы ғаиләләргә илдә тәүгеләрҙән булып яңыртылған таныҡлыҡ бирелә башланы

Документ Рәсәй Хөкүмәте ҡарары буйынса яңы форматҡа күсерелде. Заманса таныҡлыҡ Бөтә Рәсәй буйынса ташламалар менән файҙаланыуҙы күҙ уңында тота. Унда күп балалы ғаиләләргә музейҙарға, мәҙәниәт һәм ял парктарына, күргәҙмәләргә инеү өсөн ташламалар ҡаралған. Яңы таныҡлыҡты социаль ярҙам үҙәгендә, күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә алырға мөмкин.

Рәсәйҙә күп балалы ғаилә тип өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаилә иҫәпләнә. Был статустың ваҡыты сикләнмәгән. Күп балалы ғаиләгә социаль ярҙам саралары өлкән балаға 18 йәш тулғансы, әгәр ҙә ул урта махсус йәки юғары белем биреү учреждениеһының көндөҙгө бүлегендә уҡыһа, 23 йәшкә тиклем күрһәтелә.

Аэлита Сәлихҡолова, Өфө ҡалаһы буйынса республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ