Өфөлә шағир, прозаик, драматург һәм тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовҡа таҡтаташ асылды. Тантанаға Башҡортостан зыялылары, яҙыусының ҡәләмдәштәре, туғандары һәм яҡташтары йыйылды. Сараға Ауырғазы, Ғафури һәм Хәйбулла райондарынан делегациялар ҙа килгәйне. Быйыл әҙиптең тыуыуына ла 85 йыл тула.
Рус телендә ижад иткән башҡорт рухлы шағир. Ике тел дә Ғәзим Шафиҡов ижадының үткер ҡоралы була. Уның шиғриәте тәрән фәлсәфә һәм гражданлыҡ рухы менән һуғарылған. XX быуат аҙағында, илдә үҙгәртеп ҡороу һәм сыуалыш булғанда, ул «И совесть, и жертвы эпохи» китабын яҙа. Быға тиклем тыйылған Зәки Вәлиди, Һәҙиә Дәүләтшина, Муса Мортазиндарҙың исемен ҡайтарыуға тәүгеләрҙән булып тотона.
Хәйер, талантлы кеше төрлө яҡтан да һәләтле. Ғәзим Шафиҡов сәнғәткә лә битараф булмай. Мәктәпкә тиклем ул һүрәт төшөрөү менән мауыға. Йәш сағында ауылда драма түңәрәге ойоштора. Үҙаллы музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә.
Уның тәрән белеменә барыһы ла һоҡланып ҡарай. Аҡылы менән генә түгел, ихласлығы, кешелеклеге, әҙәплелеге менән хайран итә. Ҙур йөрәкле шәхес халыҡ проблемаларына ла битараф булмай. Депутатлыҡҡа кандидат булып теркәлә, тик һайлауҙы үтә алмай. Халыҡ менән осрашыуҙарҙа ялҡынлы сығыштары менән кешеләр йөрәген елкендерә.
Ғәзим Шафиҡов Аҡмулла, Бабич, Салауат Юлаевтарҙың шиғырҙарын тәржемә итә, фольклорҙы руссаға ауҙарыуға ла өлөш индерә. Тәүгеләрҙән булып «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» һәм башҡа монументаль эпостарҙы рус теленә тәржемә итә. Ул саҡта ҡырғыҙҙарҙың «Манасы», яҡуттарҙың «Олонхо»һоның русса варианты булғанда, «Урал батыр»ҙың тәржемә ителмәүе уға ғәҙелһеҙлек һымаҡ тойола.
«Ғәзим» ғәрәп теленән «бөйөк» тигәнде аңлата. Бәлки, был әҙиптең яҙмышын билдәләгән исем булғандыр. Ғәзим Шафиҡов бер ҡасан да тыуған халҡы тарихына битараф булмай. Русса ижад итһә лә, һуңғы һулышына тиклем башҡорт улы булып йәшәй.
Рәзилә Ғилметдинова



