Өфөлә «Бала саҡты ҡайтарып» төбәк фестивале тамамланды

Өфөлә бөгөн «Бала саҡты ҡайтарып» төбәк фестивале тамамланды. Өс көн дауамында барған сарала Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәгенән 500-ҙән ашыу бала ҡатнашты. «Бала саҡты ҡайтарып» фестивале балалар йорттарына ярҙам итеү, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы социаль яраҡлаштырыу, һөнәри йүнәлеш биреү маҡсатында ойошторола.

Өфөләге фестивалдә ҡатнашыусылар ижади бәйгеләрҙә, аш-һыу әҙерләү конкурстарында ҡатнашҡан, спорт ярыштарында, карвингта көсөн һынап ҡараған, билдәле шәхестәр менән осрашҡан, иҫтәлекле урындарҙа экскурсияла булған. Белгестәр әйтеүенсә, был сара фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн Өфөләге фестиваль йылы, иҫтәлекле мәлдәр менән хәтерҙә ҡалған. Улар бер-береһе менән аралашҡан, дуҫтар тапҡан.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ