Унда махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреү, гуманитар ылау туплау эштәре әүҙем бара. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ирекмәндәр үҙәге эш башлағандан алып Баймаҡ ҡалаһының төрлө ойошмаларынан, ауылдарынан килеп һәр кем маскировка селтәрҙәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе үтә, гуманитар ярҙам тапшыра. Миңлегөл Ҡоланбаева һәр иртә Ҡуянтауҙан Баймаҡҡа килеп барлыҡ эшләнгән эштәрҙе, тапшырылған әйберҙәрҙе журналға теркәй. Тыңғыһыҙ ханымға был бер ниндәй ҙә мәшәҡәт тыуҙырмай.
Баймаҡ ҡалаһының йәш натуралистар станцияһы педагогтары ла үҙәккә килеп маскировкалау селтәрҙәрен үреп өйрәнеү теләге менән килде. Бындай эште тәүгә башҡарғанға күрә уларға Мәмбәт ауылынан ирекмән Рәзилә Фәйзуллина ярҙам итте.
Әлеге көнгә тиклем селтәр үреүҙе ҡаланың “Айыуҡай” балалар баҡсаһы, йәш натуралистар станцияһы педагогтары, Баймаҡ биләмә‐ара үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре өйрәнде. Ирекмәндәр үҙәгенә ярҙамсыларҙы көн дә иртәнге ундан алып 16 сәғәткә тиклем көтөп ҡала. Төшкө ял берҙән икегә тиклем.
Раушания Рәхимова






