Федераль һалым хеҙмәте физик шәхестәргә 2023 йыл өсөн мөлкәт һалымдарын һәм банкҡа һалынған аҡса буйынса процент һалымдарын түләү тураһында белдереү ҡағыҙҙары ебәрә башланы. Рәсәйлеләргә һалымдың һуңғы төрөн тәүге тапҡыр түләргә тура киләсәк. Вкладтар буйынса килемде декларациялау талап ителмәй. Сумма банктарҙан алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә йыл йомғаҡтары буйынса иҫәпләнә. Федераль һалым хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, вкладтар буйынса килемдең бөтә суммаһына ла һалым һалынмай.



