Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «Һөт иле» фестивале тураһында яҙып сыҡты

Ямғыр яуып торһа ла «Ҡашҡаҙан» паркында кеше күп. «Һөт иле» фестивален яратабыҙ, был - сағыу ғаилә байрамы, ә етештереүселәр өсөн бизнеста этәргес. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙғанса, бер кем дә Башҡортостан ысын һөт иле түгел тип әйтә алмай. 2023 йылда республикала 784 мең тонна һөт етештерелгән, быйыл 8 айҙа - 544 мең тонна. Эшкәртеү тармағы яҡшы үҫешкән - был өлкәлә 50 предприятие йәлеп ителгән. «Һөт иле» фестивалендә беҙҙең һөт заводтары, фермерҙар, сыр һәм башҡа аҙыҡ-түлек етештереүселәр ҡатнаша. Быйыл программаға бал йәрминкәһе өҫтәлде. Шәмбе һәм йәкшәмбе оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, балалар һәм өлкәндәр өсөн күңел асыу саралары ойошторола. Бөтә продукцияны етештереүселәрҙән үҙхаҡына һатып алырға мөмкин. Бөтә ғаиләгеҙ менән килегеҙ!- тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ