2030 йылға тиклем миллион тоннанан ашыу һөт етештереү планлаштырыла

2030 йылға тиклем тағы 30 индустриаль ферма төҙөү һәм миллион тоннанан ашыу һөт етештереү планлаштырыла. Бөгөн Өфөлә республикала малсылыҡты үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте. Әлеге көндә төбәктә 21 индустриаль ферма эшләй, тағы бер һөт заводы төҙөлә, Әлшәй районында май һәм кальят, йәғни сыр өсөн сеймал етештерелә башланды. Продукция тышҡы баҙарға ла оҙатыла. Индустриаль фермаларҙың үҫеш кимәле Европа кимәленән юғарыраҡ, тип билдәләнде кәңәшмә барышыда. Үҫештең киләһе этабы - производствоға яһалма интеллектты индереү, генетика менән эшләү.

Малсылыҡ тармағы үҫешеү трендын алған. Кисә ауыл хужалығы министрлығынан коллегаларыбыҙ менән һөтсөлөк комплекстарын, ҡошсолоҡ фермаларын урап сыҡтыҡ. Мин бөтә ил буйлап күп йөрөнөм, әммә ҡайһы бер әйберҙәрҙе Башҡортостанда беренсе тапҡыр күрҙем. Башҡортостан әле үк лидерҙар араһында, әммә алдағы йылдарҙа юғарыраҡ позицияға сығасаҡ.

Сергей Воскресенский, Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ эше департаменты директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ