Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арҫлан Шәһәретдинов социаль селтәрҙә ошо турала белдергән. “Хаттаб” позывнойлы яугирға алғы һыҙыҡта ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн дәүләт наградаһы тапшырылған. “Геройҙы ихлас йөрәктән тәбрик итәбеҙ! Хәрби бурыстарҙы уңышлы үтәүен һәм имен-һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ”, - тип яҙа хакимиәт башлығы.







