Урман браконьерҙарын тотоуға иғтибар арта

Бөгөн “Урман” тип аталған акция башланды. Ул 3 аҙна дауам итә.  Урман инспекторҙары рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу ихтималлығы булған урында, урман юлдарында патруль ойоштора. Күҙәтеү тәүлек әйләнәһе алып барыла. Был эштә полиция хеҙмәткәрҙәре һәм автоинсекторҙар ҡатнаша, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Уман хужалығы министрлығынан. Республикала быйыл законһыҙ ағас киҫеү осраҡтары, былтырғы менән сағыштырғанда, 2 ярымға кәмегән. Зыян күләме 2 тапҡыр аҙайған. Бөгөн Башҡортостан урмандары йыһандан күҙәтелә, шулай уҡ даими профилактик рейдтар уҙғарыла. Нуриман районында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына старт бирелде. Башҡортостан Урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов  белдереүенсә, 2 гектарҙа 8 мең төп ҡарағай һәм йүкә ағастары ултыртылған.

Фото №1 - Урман браконьерҙарын тотоуға иғтибар арта
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ