Шәмбе һәм йәкшәмбе 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Автоинпекторҙар әйтеүенсә, именлек ҡайыштарын эләктермәү, йәйәүлеләргә юл бирмәү, балаларҙы креслоһыҙ йөрөтөү иң йыш теркәлгән осраҡтар. 20-нән ашыу йәйәүле юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуапҡа тарттырылған.







