Өфөлә шағир, прозаик, драматург һәм тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәзим Шафиҡовҡа таҡтаташ асылды. Мемориал ижадсы ғүмеренең һуңғы йылдарында йәшәгән Ленин урамындағы йорт фасадына ҡуйылды. Таҡтаташты асыу тантанаһына Башҡортостан зыялылары, яҙыусының ҡәләмдәштәре, туғандары һәм яҡташтары йыйылды. Сараға Ауырғазы, Ғафури һәм Хәйбулла райондарынан делегациялар ҙа килгәйне.
Быйыл Ғәзим Шафиҡовтың тыуыуына 85 йыл тула. Ошо уңайҙан республикала төрлө ижади саралар ойоштороу ҡаралған. Ғәзим Шафиҡов бер нисә жанрҙа берсә оҫта эшләгән әҙип кенә түгел, башҡорт шағирҙары әҫәрҙәрен, «Урал батыр», «Аҡбуҙат» «Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпостарын рус теленә тәржемә итеүсе лә. Уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуйыла, фильмдар төшөрөлә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, «Ленинец» гәзитендә эшләй.



