Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы Волга буйы федераль округында йәнә иң яҡшыһы тип танылды. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Бындай уңышҡа Ишембайҙағы кадет корпусы икенсе йыл рәттән өлгәшә. Былтыр ҙа, яҡташтарыбыҙ федераль округта беренсе булды. «Малайҙар бында ысын ир-егеттәр булып сыға. Кадет корпусында 6-сы кластан 11-се класҡа тиклем 320 бала уҡый. Бында ҡаты дисциплина, көслө уҡыу базаһы, бер нисә тел, күп түңәрәктәр һәм секциялар, шулай уҡ спортҡа айырым баҫым яһала. Кадеттарҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлайым!» - тип яҙған Башҡортостан башлығы.



