Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көн башлыса яуым-төшөмһөҙ булыр типп күҙаллана. Бындай һауа шарттарында ауыл хужалыҡтары баҫыу эштәрен өҙлөкһөҙ дауам итә ала. Бер үк ваҡытта һауа температураһы норманан ике градусҡа түбәнерәк күрһәтә. Был төндә ҡырау төшөү ихтималлығы менән бәйле. Аҙна аҙағында республикала сағыштырмаса йылы һауа торошо көтөлә.






