Барлығы 2 миллион ярым тонна уңыш келәттәргә һалынған. Гектар ҡеүәте 22 центнер. Көслө ямғырҙар арҡаһында райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителһә лә, хужалыҡтар бирешмәй, уңыш өсөн көрәшә. Благовещен районы ла ошо исемлектә. Ҡырыҫ һауа торошо арҡаһында районда борсаҡ, ужым бойҙайы һәм арышы зыян күргән. Район хужалыҡтарында БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова булды.
Хужалыҡтар өсөн быйыл ауырға тура килде, шулай ҙа келәттәр буш түгел. «Нива» хужалығында бойҙай, һоло һәм башҡа культуралар үҙҙәренә лә, һатыуға ла етерлек. Быйыл күпләп яуған яуым-төшөм арҡаһында хужалыҡтың борсаҡ, ужым культуралары уңышы зыян күргән.
Ямғыр ауыл эшсәндәренең бәкәленә һуҡһа ла, уңыш, былтырғыһынан әллә ни кәм түгел. Хужалыҡтар бирешмәй. Дымлылығы юғары булған сеймал киптереүгә ебәрелә. Сифатлыһы келәттәргә оҙатыла. Башта ул ҙурлығы буйынса бүленә.
«Дружба» хужалығы келәттәре лә тулы тиерлек. 10 көн эсендә бында ураҡты тамамларға иҫәп тоталар. Хужалыҡта ужымды ваҡытында йыйып алыу сәбәпле, баҫыуҙар зыян күрмәгән.
Ураҡ менән бергә ауыл эшсәндәре киләһе йыл хаҡында ла алдан хәстәрлек күрә. Баҫыуҙар яҙғылыҡҡа туңға һөрөлә. Был тупраҡты йомшартыу, ҡый үләндәре кәмеүгә булышлыҡ итә.
Һауа торошо - ауыл эшсәндәре өсөн дуҫ та, дошман да. Уңышлы көндәрҙең һәр минутын улар файҙалы үткәрергә тырыша. Иген урыу менән бергә Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙыла. Бөгөнгә майҙандарҙың 30 процентында эш теүәлләнгән.
Рәзилә Ғилметдинова



