Һөт иле фестивале сиктәрендә «Башҡорт туңдырмаһы» ойошмаһы бушлай 40 мең туңдырма таратты

Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркында «Һөт иле, баллы баш ҡала» фестиваленең икенсе көнөндә майҙанға килеүселәр бушлай туңдырма менән һыйланды. Акцияның шарты буйынса һәр кемгә берәр туңдырма эләкте. Фестивалгә килеүсе бер кем дә туңдырмаһыҙ ҡайтып китмәне. Тәмлекәсте етештереүселәр белдереүенсә, башҡорт туңдырмаһы тик сифатлы һөттән генә етештерелә. Байрамға килеүселәрҙең кәйефен күтәреү, шатлыҡ бүләк итеүгә ҡоролған акция иртәнән кискә тиклем дауам итте.

Фестиваль күп тапҡыр үтһә лә, бушлай туңдырма акцияһы тәүгә ойошторолдо. Беҙҙең башҡорт туңдырмаһы тик тәбиғи һөттән, башҡорт балы, башҡорт оно һәм башҡа үҙебеҙҙең республикала етештерелгән ҡатнашмаларҙан яһала.

Дмитрий Рева, «Башкирский холод» ойошмаһы генераль директоры
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ