Был турала вице-премьер-ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдерҙе. - Элегерәк һөт һәм башҡа тауарҙың ҙур өлөшө шәхси хужалыҡтарға тура килһә, хәҙер ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында продукция күберәк етештерелә, тине ул. Башҡортостанда быйыл 7 айҙа 474 мең тонна һөт, 211 мең тонна ит етештерелгән.




