Туймазы юридик колледжында белем алыусы Замир Равилов Новгород ҡалаһында Юғары технологиялар чемпионатында бронза миҙалға лайыҡ булды. Шулай уҡ ошо колледждан Данис Дияров яҡшы һөҙөмтәләргә иреште тип хәбәр итәләр район хакимиәтенән. Ярыштарҙа 20 илдән һәм Рәсәйҙең 80 төбәгенән 3 мең студент ҡатнашҡан.







