"Башнефть" Өфө марафонының рәсми партнеры булды

"Башнефть" Өфө марафонының рәсми партнеры  булды

    «Башнефть» акционерҙар компанияһы («Роснефть»  компанияһына инә) Башҡортостанда төп спорт ваҡиғаларының береһе - Өфө халыҡ-ара марафонының рәсми партнеры булып сығыш яһаны. Өфөлә йыл һайын уҙғарылып килгән марафонда быйыл  30 илдән һәм Рәсәйҙең 220 ҡалаһынан 10 мең кеше ҡатнашты. Профессионалдар һәм йүгерергә яратыусылар 2 саҡрым, 5 саҡрым, 10 саҡрым, 21,1 саҡрым һәм 42,2 саҡрым араны үтте. Финишта һәр спортсы эксклюзив миҙал алды,  иң етеҙ атлеттар иҫтәлекле бүләктәр менән  бүләкләнде.

     «Башнефть» командаһы марафондың корпоратив исемлегедә еңеү яуланы, компания спортсылары төрлө йәш категорияларында призлы урындар алды. «Башнефть-Табыш» предприятиеһы хеҙмәткәре Екатерина Гущина  5 саҡрымлыҡ арауыҡта беренсе булһа, 50-59 йәш категорияһында 10 саҡрымлыҡ арауыҡта Владимир Макаров бронзы яуланы. «Башнефть-Өфө нефть эшкәртеү заводы»нан Гөлнара Бәҙәмшина ла юғары һөҙөмтә күрһәтте. Ул 55-59 йәш категорияһында 21 саҡрым дистанцияла көмөш миҙал яуланы.

    «Беренселәр хәрәкәте» активистары  200 метрлыҡ арауыҡта үҙ көсөн һынаны. Улар байрам ҡунаҡтары менән «Башнефть» махсус майҙансығында спорт һәм интеллектуаль конкурстарҙа, шул иҫәптән башҡорт нефтенең тарихын белеүгә викториналар һәм социаль селтәрҙәге фотоконкурста ҡатнашты.  Күмәк, профессиональ һәм үҫмерҙәр спортына ярҙам итеү, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу - «Роснефть» һәм уның бүлендек йәмғиәттәренең социаль эшендә төп йүнәлештәрҙең береһе.

      2017 йылдан «Башнефть» булышлығында республиканың 16 районында 30-ҙан ашыу ҙур спорт объекты асылды. Улар араһында Күмертау, Туймазы һәм Октябрьскийҙағы боҙ һарайҙары, Дүртөйлөләге скейтпарк һәм Туймазылағы «Спартак» стадионы. Благовещен районында алты күнекмә майҙансығы эш башлаған, улар «Өфө шоңҡары» спорт үҙәгендә урынлашҡан. Өфө районының Булгаков ауылында заманса «Ынйы» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлдө. Шулай уҡ республика район-ҡалаларында «Башнефть» ойошмаһы булышлығында  күп функциялы 10 спорт-һауыҡтырыу комплексы барлыҡҡа килде.

Фото №1 - "Башнефть" Өфө марафонының рәсми партнеры  булды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ