Дүрт йыл эсендә 4 мең 899 транспорт берәмеге газға күсә. Ғинуарға тиклем тағы ла 2 меңдән ашыу техниканы метан менән тәьмин итпеү ҡарала. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яңы пассажир автобустарын газ ҡорамалдары менән заказ итергә тырышабыҙ тип яҙҙы.
2019 йылдан 2023 йылға тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы өсөн метан менән эшләгән 330 автобус һатып алынған. Быйыл тағы ла 88-ҙе алыу планлыштырыла . Әлбиттә, параллель рәүештә заправкалар төҙөргә кәрәк. Республикала 54 автомобиль газ тултырыу компрессор станцияһы бар, был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәйҙә Ростов өлкәһенән ҡала икенсе урынды биләй. Әммә был ғына етмәй, шуға ла эшҡыуарҙар өсөн Башҡортостанда яңы шарттар булдырыла, тип билдәләгән республика башлығы.



