Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбендә көҙгө йәрминкә уҙҙы

«Хеҙмәт-намыҫ эше» исеме аҫтында Хәйбулла районы Яңы Ергән ауылы мәктәбендә «Айыҡ ауыл -2024» республика конкурсы сиктәрендә көҙгө йәрминкә уҙҙы. Хеҙмәт сараһы хаҡында ентнекләберәк киләһе яҙмала.

Көҙгө йәрминкәне һәр кем көтөп алған. Уҡытыусылар үҙҙәренең эш һөҙөмтәләрен, ә йәш натуралистар йәшелсә, емеш - еләк, сәскә композицияларын тәҡдим итте. Йәрминкәгә килеүселәргә ҡайнатмалар, тәмле һыйҙар тәҡдим ителде. Һатыуҙа төрлө ҡамыр аштары ла, тоҙланған ҡыяр- помидор, хатта бәшмәк тә бар ине. Саранан педагогик хеҙмәт ветерандары ла ситтә ҡалманы.

Байрамда бәләкәстәр йәшелсә һәм емеш-еләк костюмдарында дефиле күрһәте. Мәктәп фойеһында иһә уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эштәре менән таныштырға мөмкин ине. Мәктәп уҡыусыларының хеҙмәт берекмәһе 2012 йылдан алып эшләй. Ярҙамсы хужалыҡта бройлер тауыҡтар үҫтерелә. Быйыл үҫтерелгән иң ҙур бройлер биш килограммдан ашыу тартҡан.

Мәктәп яны баҡсаһында төрлө культуралар үҫтерелә. Беҙҙә ялан, йәшелсә-емештәр бүлеге, дендрарий бар, сәскәләр үҫтерәбеҙ. Йәй һайын мәктәпкә баҡса эштәрендә ярҙамлашабыҙ. Бройлерҙар тәрбиәләйбеҙ.

Вадим Нурбулатов, Яңы Ергән ауылы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы

Йәйге канпкул осоронда 14 йәше тулған 20 бала рәсми рәүештә мәшғүллек үҙәге аша эшкә урынлашып тәүге хеҙмәт тәжрибәһе һәм эш хаҡы алған. Картуф, кәбеҫтә, сөгөлдөр, кишер, помидорҙан тыш, йөҙөм, ҡабаҡ, ҡарбуздар ҙа уңған.Үҙ ҡулдары менән үҫтереп алған йәшелсә-емештәр күпкә тәмлерәк, экологик яҡтан таҙа һәм уларҙы йыл буйына мәктәп ашханаһында ҡулланырға мөмкин.

Мәктәп яны участкаһынан алынған мул уңыш ашханала төп аҙыҡ сығанағы булараҡ ҡулланыла. Ашнаҡсылар балаларҙы уҡыу йылы барышында витаминға бай йәшелсә турамалары менән һыйлаясаҡ. .

Физик хеҙмәт ярҙамында балалар сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыу рәүешенә, яҡшы ғәҙәттәргә өйрәнә. Нисек кенә булмаһын дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, саф һауалағы уйындар йәш быуын өсөн иң мөһиме.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ