Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе Әхнәф Харисовтың тыуыуына - 110 йыл

Күренекле ғалим-әҙәбиәтсе, фольклорсы һәм телсе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхнәф Харисовтың тыуыуына - 110 йыл.

Ошо уңайҙан Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгендә Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Ғалимды һәм уның фәнни мираҫын иҫкә алырға институт хеҙмәткәрҙәре һәм яҡындары, яҡташтары килде.

Әхнәф Ибраһим улы 1914 йылда Бөрө өйәҙе Имән ауылында тыуған. Буласаҡ ғалимдың ғилми эшкә һәләте Башҡорт дәүләт педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә уҡыған саҡтарында уҡ күренә башлаған. 1935 йылда институтты тамамлағас, ул шунда эшкә ҡала.

1941 йылда Мәскәүҙә тел белеме буйынса аспирантура тамамлай, башҡорттарҙан беренсе булып «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Ҡырҡынсы йылдарҙа уның «Әҙәбиәт теорияһы» китабы нәшер ителә. «Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. XVIII-XIX быуат» китабы башҡорт ғилми донъяһының оло ҡаҙанышы тип баһалана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ