Боролош һәм юлһыҙлыҡ. Өфө районында радиоидаралы машиналар ярышты. Унда Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 30-ҙан ашыу пилот, шулай уҡ Ижевск ҡалаһынан ҡунаҡтар ҡатнашты. Бәйге йәштәр һәм өлкән пилоттар араһында үткәрелде. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа саранан ситтә ҡалманы.
90 градуслыҡ текә боролошҡа инеү еңел түгел. Ә юғары тиҙлектә бындай маневр яһау машинаның әйләнеүенә килтереүе ихтимал. Михайловка ауылында радиоидаралы машиналар ярышы икенсегә ойошторолдо. Бының өсөн махсус рәүештә яңы трасса төҙөлгән. Донъя кимәлендәге уҙыштарҙан ҡалышмаҫ өсөн хатта ҡайһы бер элементтар өҫтәлгән. Мәҫәлән, пилоттарға моделдәрҙе өҫтән күҙәтеп идара итеү еңелерәк булһын өсөн махсус вышка эшләнгән. Асыҡ һауалағы турнир айырыуса көсөргәнешле үтте, ҡышҡы миҙгелдә уҙасаҡ киләһе бәйгеләрҙе спорт залдарҙа ойоштороу күҙаллана.






