Кушнаренко ауылының Андреевка биҫтәһендә яңы поликлиника төҙөлөшө быйыл октябрҙә тамамлана

Уны төҙөү «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты буйынса алып барыла. 320 кешегә иҫәпләнгән медицина учреждениеһында балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡабул итеү өсөн заманса шарттар булдырыла.

Төҙөүселәр әле биҙәкләү эштәре менән мәшғүл. Инженер селтәрҙәре һуҙыла, биләмәне төҙөкләндереү буйынса эш алып барыла. Өс ҡатлы яңы бинала өлкәндәр һәм балалар бүлексәләре урынлаша. Поликлиника заманса медицина техникаһы менән йыһазландырыласаҡ.

Подрядсы ойошма объектты октябрь аҙағында тапшыра. Артабан документтарҙы теүәлләү эше башлана. Пациенттарҙы йыл аҙағында ҡабул итә башларға иҫәп тотабыҙ.

Илдар Баҡаев, Кушнаренко Үҙәк район дауаханаһы баш табибы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ