Стәрлебаш районы пенсионерҙары тегеү оҫтаханаһы ойошторған

«Именлек» үҙәге өсөн йылы толстовка, шәл һәм татлы ризыҡтар. Стәрлебаш районы пенсионерҙарының «Яңы мөмкинлектәр» тегеү оҫтаханаһы Президент гранттары фонды конкурсында еңеүсе булғайны. Проект өсөн 500 мең һум аҡса бүленә. Идеяны тормошҡа ашырыу өсөн был суммаға кәрәкле техника, туҡымалар һатып алына. Бер нисә ай эсендә ирекмәндәр 50 толстовка тегә. Улар етеп килгән Халыҡ-ара ололар көнө алдынан йылы кейемдәрҙе «Именлек» үҙәгендә йәшәүселәргә бүләк итте. Ололар өсөн стәрлебаштар концерт ҡуйҙы, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе.

Грантҡа һатып алынған яңы техника һалдаттар өсөн дә ҡатмарлы әйберҙәр тегергә мөмкинлек бирәсәк, ти проект етәксеһе. Стәрлебаш районы ирекмәндәре махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға йылы кейемдәр, йоҡо тоҡтары, госпиталдәр өсөн түшәк комплекттары тегә, окоп шәмдәре эшләй, маскировка селтәрҙәре үрә. Уларҙың өлгөләре менән «Именлек» үҙәгендә йәшәүселәр танышты.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ