4 йыл эсендә Башҡортостанда 4 мең 899 берәмек транспорт газ менән йөрөүгә ҡулайлаштырылған. Ғинуарға тиклем тағы 2 мең 252 машинаны газға күсереү ҡарала. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙә яҙған. “Яңы пассажир автобустарының газ ҡоролмаһы менән булғандарына заказ бирергә тырышабыҙ. 2019 йылдан башлап “Башавтотранс” предприятиеһына метанда йөрөгән 330, быйыл тағы ла 88 автобус алдыҡ”, - тип белдергән республика етәксеһе. Ул заправкалар төҙөү кәрәклеге хаҡында ла яҙған. Әле Башҡортостанда газ яғыулығы ҡойған 54 станция иҫәпләнә. “Был күрһәткес буйынса беҙ Ростов өлкәһенән ҡала икенсе урында торабыҙ. Әммә был аҙ. Автомобилдәрҙе метанға күсереү өсөн тәғәйенләнгән ҡорамалдарға субсидия бирәбеҙ. Заправка төҙөгән эшҡыуарҙарға сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыла”, - тигән Радий Хәбиров.







