Республикала хәмер ҡойоп һатыу урындарының эшенә сикләү индерелә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тейешле ҡанунға ҡул ҡуйҙы. Уға ярышлы торлаҡ йорттарҙа урынлашҡан һәм төнгө ваҡытта спиртлы эсемлек һатҡан кибеттәрҙең эш сәғәттәре сикләнә. Бындай магазиндарҙа төнгө сәғәт 11-ҙән иртәнге сәғәт 8-гә тиклем араҡы менән сауҙа итеү тыйыла. Закон киләһе йылдың 1 мартынан көсөнә инә.  

Фото №1 - Республикала хәмер ҡойоп һатыу урындарының эшенә сикләү индерелә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ