Быйыл айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә 150 меңдән ашыу булған. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов халыҡ араһында популяр һаналған урындарҙы атаған. Исемлектә беренсе урында Ҡандракүл, икенселә Мораҙым тарлауығы, өсөнсө баҫҡыста Ирәмәл, артабан Асылыкүл һәм Еҙем парктары тора. Башҡортостандың гүзәллеген күрергә килгән сәйәхәтселәр араһында Рәсәй төбәктәренән, Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан, Һиндостан һәм Польшанан туристар күп булған.







