Әле Таутөмән, Черниковка, Урман һәм тағы ла өс станцияла 6 үткәүел төҙөкләндерелгән. Унда юл ҡатламы яңыртылған, яҡтылыҡты ҡайтара торған линиялар һыҙылған, кәртәләр буялған. Тимер юл аша сығыу тыйылған 68 урында билдәләр урынлаштырылған. 10 платформала лампалар диодлы яҡтыртҡыстарға аламаштырылған.







