Башҡортостанда быйыл планлаштырылған подъездарҙы ремонтлау аҙағына яҡынлаша

38 йорттоң 115-е файҙаланыуға тапшырылған, Өфөнөң бер йортонда 4 подъезд ҡалып килә, уларында ла тиҙҙән эш тулыһынса тамамлана. Төбәк башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, кешеләр иртән таҙа һәм матур подъездарға сығырға, балалар яңыртылған, хәүефһеҙ «башҡорт ихаталарында» уйнарға, ғаиләләр төҙөкләндерелгән парктарҙа йөрөргә тейеш. Подъездарҙы ремонтлағанда төрлө эштәр башҡарыла. Буяу төҫөн, әйткәндәй, халыҡ үҙе һайлай. Улар иһә, подрядсы ремонтты тамамлағас, башҡарылған эштәр акттарына ҡул ҡуя. «2019 йылдан алып республикала 8 мең 171 подъезд тәртипкә килтерелде. Маҡсатыбыҙ - төбәктә йәшәүселәрҙең тормошон мөмкин тиклем уңайлыраҡ итеү. Был эште туҡтатмайбыҙ», тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ