Октябрьский ҡалаһында ришүәт алыуҙа ғәйепләнеү буйынса урындағы полиция бүлеге етәксеһе менән уның урынбаҫары ҡулға алынған. Әле уларҙың эш һәм йәшәү урындары буйынса тентеү уҙғарылған, енәйәт эшен тикшереүҙә әһәмиәтле булыу ыихтимал әйберҙәр һәм документтар тартып алынған. Артабанғы оператив-тәфтиш саралары үткәрелә.



