Иглин пенсионерҙары Торатауҙа булды

Өлкән быуын вәкилдәре Торатауҙа. Иглин пенсионерҙарынан өс тиҫтәгә яҡын кеше Ишембай ерендә «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы буйынса сәйәхәттә булды. Сәйәхәт нөктәһенә Иглиндар уңайлы автобутарҙа барҙы. Көн дауамында өлкәндәр «Торатау» геопаркының визит-үҙәге менән танышты. Торатауға күтәрелеп онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар алды.

Бер көнлөк тур программаһында солоҡ умарталығы буйлап экскурсия, солоҡ балы тарихы һәм үҙенсәлектәре менән танышыу ҙа ҡаралғайны. Хаҡлы ялдағыларға шулай уҡ уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Туристар башҡорт тирмәһе музейы менән дә танышты. Уларға геопарктың төп тәбиғи хозурлығы - Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау шихандары тураһында видеофильм күрһәтелде. Сәйәхәт Ишембай районы Кантюковка ауылының «Суфия»мәсетендә тамамланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ