Башҡортостан дәүләт оркестры яңы миҙгелдә тәүгә Рәсәй мәҙәниәт министрлығының «Бөтә Рәсәй филармония миҙгелдәре» программаһы буйынса концерт тәҡдим итте.
Оркестр маэстро Дмитрий Крюков етәкселегендә донъя симфоник музыкаһы «Алтын фондына» ингән үлемһеҙ әҫәрҙәрҙе башҡарҙы. Юғары музыка сәнғәтен һөйөүселәр өс!н беренсе бүлектә Людвиг ван Бетховендың оркестр менән скрипка өсөн концерты яңғыраны. Солист булып Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Елена Ревич сығыш яһаны.Икенсе бүлектә Петр Чайковскийҙыңт 4-се симфонияһы тәҡдим ителде.



