Тимер аттар. Уҙыш мотоциклдары һәм квадроциклдар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға оператив рәүештә дошман позицияларына барып етеп, көтөлмәгән һөжүм яһау мөмкинлеге бирә. Мобиль һәм үтемле транспорт саралары дошман терәктәрен штурмлағанда үҙ һөҙөмтәлелеген күрһәтә. Быға БЮТ хәрби хәбәрселәре лә инанды.
Махсус хәрби операция биләмәһендә уҙыш мотоциклдары һәм квадроциклдар иң ҡулай хәрәкәт итеү сараһы. Бронетехниканан айырмалы рәүештә, улар штурмлау подразделениеларына алғы һыҙыҡҡа йәшерен һәм оператив рәүештә барып етеү һәм көтмәгәндә һөжүм итеү мөмкинлеге бирә. Тимер аттар ышаныслы, улар снайпер утына ла бирешмәй, ти мотоуҡсылар полкының «Спец» ҡушаматлы яугиры. Тыныс тормошта ул тимерҙән төрлө фигуралар сүкеү менән шөғөлләнгән. Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биәләмәһендә Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә.
Махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй ҡораллы көстәренең күп кенә подразделениелары мототехника ҡуллана. Бындай мобиль штурм отрядтары дошман блиндаждарын ҡыйратыуҙан тыш, тотош тораҡ пункттарҙы азат итеүҙә лә ҡатнаша.
Махсус хәрби операция барышында был яугирҙар үҙ төркөмдәрендә иң тәжибәлеләргә әйләнгән. Яңы килеүселәрҙе лә улар бөтәһенә лө өйрәтә. Бергә берҙәм йоҙроҡ булып берләшкәндә, хәрби бурыстар ҙа еңел һәм уңышлы үтәлә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы кавалеристар кеүек үк, махсус хәрби операция биләмәһендә был егеттәр үҙҙәренең тимер аттарында неонацистар позицияларына барып инә, Донбассты дошмандан таҙарта. Улар легендар шаймортатовсыларҙан өлгө алып, тыуған ергә Еүеү менән ҡайтасаҡ.
Гүзәл Борханова






