Башҡортостан студенттары юғары технологиялар чемпионатында бронза яуланы

Башҡортостан программистары һынатмай. Бөйөк Новгород ҡалаһында Юғары технологиялар чемпионаты үтте. Бер майҙансыҡта Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән килгән студенттар илебеҙҙә импортты алмаштырыуҙы яйға һалырға ярҙам итәсәк асыштарын тәҡдим итте. Һәләтле йәштәрҙе берләштергән турнирҙа Туймазы дәүләт юридик колледжының «Мәғлүмәт системалары һәм программалау» йүнәлеше студенттары лайыҡлы сығыш яһаған. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Ребус, викторина һорауҙары, пазлдар йыйыу буйынса ҡушымта. Уның авторы Замир Рауилов. Егет Бөйөк Новгородта үткән Юғары технологиялар чемпионатында өсөнсө урынға ирешкән. Ярыш барышында йәш программистар мобиль ҡушымта эшләп, уны баһалама комиссияһы алдында яҡлаған. Туймазы дәүләт юридик колледжы студенты 3 мең ҡатнашыусы араһында бронза миҙалына өлгәшә.

Мобиль ҡушымта эшләү өсөн 12 сәғәт ваҡыт һәм Бөйөк Новгородтың иҫтәлекле урындары менән бәйле 60-тан ашыу һорау бирелде. Улар викторина һорауҙарын, пазлдарҙы йыйыуҙы һәм ребус сисеүҙе күҙ уңында тота ине. Ғәҙәттә, ҡушымтаны уйлап сығарыу өсөн кәмендә бер ай тирәһе ваҡыт кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, программа яҙыу ауыр булманы, сөнки быға тиклем дә ҡушымталар эшләгәнем бар ине.

Замир Рауилов, Туймазы дәүләт юридик колледжы студенты, юғары технологиялар чемпионатында өсөнсө урын алыусы

Чемпионатҡа эләгер өсөн Замир төбәк һәм Ырымбурҙа ойошторолған төбәк-ара этаптарҙа яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Ярыш финалында ошо уҡ колледж студенты Данис Дияров та ҡатнашҡан. Ул үҙенә таныш булмаған «Виртуаль донъяларҙы эшләү» компетенцияһында көс һынашҡан. Бының өсөн ул 3д уйын уйлап сығарған.

Уйындың идеяһы - ҡунаҡхананан сығыу һәм аэропортҡа барыу. Уйынсы виртуаль күҙлектәр ярҙамында тулыһынса икенсе киңлеккә сума. Ул реаль тормошта осрай торған сират, тикшереүҙәр һәм сит кешеләргә ярҙам итеү кеүек квесты үтергә тейеш.

Данис Дияров, Туймазы дәүләт юридик колледжы студенты, юғары технологиялар чемпионатында ҡатнашыусы

Һуңғы бер нисә йылда Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү системаһына айырыуса иғтибар бүленә. Сәнәғәт һәм социаль өлкә өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүҙең мөһимлеген һәм көнүҙәклеген иҫәпкә алып, республикала колледждарҙы үҫтереү буйынса эҙмә-эҙлекле сәйәсәт алып барыла. Туймазы дәүләт юридик колледжы студенттарының Рәсәйҙең 80 төбәге һәм 20 сит ил ҡатнашыусылары араһында юғары һөҙөмтәгә ирешеүе лә ошо эштең күрһәткесе.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ