Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлеге утыҙҙан ашыу яңы объект менән тулыланды. Бөгөн Өфөлә эксперт советының 17-се ултырышы үтте. Уның эшендә фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Эксперт советы вәкилдәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 40 объектты ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Күбек майын әҙерләү өсөн ҡаймаҡ һәм ойотҡо кәрәк. Батманда бешкәндән һуң килеп сыҡҡан майҙы Әбйәлилдә аҡ май тип йөрөтәләр. Ишҡол ауылында йәшәүсе уҡытыусы Айһылыу Мөхәмәтдинова һөйләүенсә, был төр май сәләмәтлеккә файҙалы. Күбек майы Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереүгә дәғүә итә.
Әбйәлилдәр шулай уҡ бирнә һандығын реестрға индермәксе. Төбәктә һандыҡ эшләү оҫталары байтаҡ. Уларҙың береһе Илшат Рыҫҡолов уларҙы заманса стилдә лә яһай. Заказдар етерлек, тимәк боронғо йола буйынса бирнәһен һандыҡҡа тултырып кейәүгә сығыусылар бар әле.
Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре йыл һайын Башҡортостан буйлап ошондай мираҫ объекттарын йыя. Уларҙың иң-иңдәре Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә инә. Проекттар эксперт советының 17-се ултырышында яҡланды.
Мәҙәни мираҫ объекттары Башҡортостанда йәшәүсе бөтә халыҡтарҙан йыйыла, Мәҫәлән, был юлы Баҡалы районынан керәшен бутҡаһы, табикмәк, боламыҡ кеүек ризыҡтары тәҡдим ителде. Проекттар рус, марый, мордва милләттәренән да бар.
Баймаҡтар эксперттарға ҡарағас балы һәм һағыҙын тәмләтеп ҡараны. Улар Бәхтегәрәй ауылы янындағы ҡарағас балы менән сайырын реестрға индерергә теләй. Шулай уҡ районға ғына хас бейеү ҙә матди булмаған мәҙәни мираҫ исеменә дәғүә итә.
Исемлеккә артыш яндырыу, бура һуғыу һәм башҡа проекттар тәҡдим ителде. Ултырышта ҡатаншыусылар республика каталогына утыҙҙан ашыу объектты индереү тураһында ҡарар итте. Быға тиклем унда 237 объект иҫәпләнгән. Баймаҡтан бүрегә һунар, Балаҡатайҙан «Берестиночка» халыҡ фольклор төркөмө йыр традицияһы, Әбйәлилдән шыға-ятыу федераль реестрҙа иҫәпләнә.
Рәмилә Исмәғилева



